Республикала коронавирустан һәр үлем осрағы ғәҙәттән тыш хәл булараҡ баһаланасаҡ

Был турала Республика башлығы бөгөн башҡаланың Дим биҫтәһендәге клиник ҡала дауаханаһында белдерҙе. Медицина учреждениеһы әле инфекция госпитале итеп үҙгәртеп ҡоролған. Дауахананың баш табибы Фәнил Шәмиғолов әйтеүенсә, бында сирҙе йоҡтороусылар өсөн 215 койка урын булдырылған. Медицина системаһының әҙерлеге хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Балалар бүлексәһе, интенсив терапия, реанимация палаталары. Улар барыһы ла тейешле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Медицина учреждениеһында коронавирусты йөклө ҡатындар йоҡтороу осрағына бала табыу һәм һаҡланыу бүлексәһе асылған. Табиптар әйтеүенсә, ауырыуҙарҙы килтереү маршруты билдәләнгән. Радий Хәбиров дарыуҙар тәьминәте, туҡландырыуҙы ойоштороу, хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡлау саралары менән ҡыҙыҡһынды.

Республика башлығы белдереүенсә, Башҡортостан көтөлмәгән хәлдәргә, көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә әҙер. Төрлө фараздар буйынса сирҙең иң ҡоторған киҫкен мәле апрель аҙағына тура киләсәк. Әле Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн балалар баҡсаһы асылған һәм ул тәүлек әйләнәһенә эшләй ала. Һаулыҡ һаҡлау министры әйтеүенсә, бар система сафта, аҡ халатлылар сиргә ҡаршы көрәштең етдилеген яҡшы аңлай. Дим дауаханаһы сирлеләрҙе иртәгәнән ҡабул итергә әҙер.

Өфө районында яңы клиника-диагностика инфекция үҙәге лә төҙөлә. Әле бында төҙөлөш эштәре ҡайнай. Дауахананың проекты ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә – 8 көндә эшләнгән, объектты июндә файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Уның майҙаны 16 мең квадрат метр тирәһе. Ә табиптар өсөн ятаҡ 14 апрелдә үк сафҡа индерелә.  

Радий Хәбиров биләмәне лә тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү бурысын ҡуйҙы. Был төҙөлөштө Башҡортостандың идарасы командаһы һәм төҙөүселәр өсөн һынау тип әйтергә мөмкин. Һәм был этапты беҙ лайыҡлы үтергә тейешбеҙ, тине Республика башлығы.

Фото №1 - Республикала коронавирустан һәр үлем осрағы ғәҙәттән тыш хәл булараҡ баһаланасаҡ

Р.Кәримова.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ