Конституцияға тәҡдим ителгән төҙәтмәләр күп милләтле Рәсәй халҡының мәнфәғәтен яҡлай. Рәсәй Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина ошондай фекерҙә.
Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү июндә үткәрелеүе ихтимал. Эксперттар йәйгә коронавирус йоҡтороу осраҡтарының кәмеүен фаразлай. Яңы дата әлегә билдәһеҙ ҡала.
#Конституция #поправки #Йәмәғәт палатаһы #ОбщественнаяПалатаБашкортостана





