Әле махсус АЙ-ТИ система һынау үтә тип белдерҙе Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Депутаттар станционар компьютерҙар һәм мобиль ҡоролмалар ярҙамында уны файҙалана ала. Видеосығыштар, онлайн тауыш биреү ҡаралған.
Коронавирус таралыуҙы сикләү өсөн көндән-көн һөҙөмтәлерәк саралар күрергә кәрәк, тине Константин Толкачев.





