Белорет районында коронавирусҡа шикле пассажирҙы поездан үк алып киткәндәр

Белорет районында коронавирусҡа шикле пассажирҙы поездан үк алып киткәндәр

Ваҡиға бөгөн Инйәр ҡасабында булған. Тән температураһы күтәрелгән 26 йәшлек егетте ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы алып киткән. Уға киҫкен респиратор вирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған.

Фото №1 - Белорет районында коронавирусҡа шикле пассажирҙы поездан үк алып киткәндәр

Дауаханала коронавирусҡа анализ эшләнәсәк. Егет вахтанан “Мәскәү – Белорет” маршруты буйынса ҡайтып килгән. Ул сит илгә сыҡмаған, әммә коронавируслы кеше менән аралашыуы билдәле. Сирле егет менән бер вагонда 48 кеше булған, ә поезда 116 пассажир барған.

#коронавирус

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ