Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында 80 йәшлек ҡатын вафат булған

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында 80 йәшлек ҡатын вафат булған

Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы. Дауахана пациенты йәкшәмбе донъя ҡуйған. Ул ике ай дауамында ишемия инсультынан һәм шәкәр диабетынан дауаланған.

Фото №1 - Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында 80 йәшлек ҡатын вафат булған

Үлгәндән һуң уға коронавирусҡа анализ яһалған. Бөгөн уның ошо инфекция менән зарарланған булыуы асыҡланған. “Пациент коронавирустан үлмәгән. Әммә был осраҡтан һуң, махсус хеҙмәттәр хәүефһеҙлек саралары күрергә бурыслы. Ауырыу менән бәйләнештә булыусыларҙың барыһы ла Республика клиник дауаханаһында карантинда ҡалырға тейеш. Быны кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡаралған закон талап итә”, - тип яҙған Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы коронавирус менән зарарланыуҙың яңы осрағы тураһында ла хәбәр иткән. “Ул ҡатын Төркиәнән ҡайтҡан. Хәле ауыр түгел. Беҙҙең бурыс  – һаулыҡ һаҡлау өлкәһен көсөргәнешле хәлгә әҙерләү һәм изоляция тәртибен үтәү”, - тигән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. 

#РадийХабиров #коронавирус

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ