Башҡортостанда изоляция осоронда “Инцидент” системаһына сүп-сарҙы ташыуға ҡағылышлы мөрәжәғәттәр артҡан. Был турала Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерелде. Уның барышында муниципалитет етәкселәренә һәм төбәк операторҙарына ҡалдыҡтарҙы өҙлөкһөҙ ташыуҙы тәьмин итергә ҡушылды.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төбәк операторҙарына “Юғары әҙерлек” осоронда эште ойоштороу йәһәтенән тәҡдимдәр ебәрҙе.
#инцидент





