Ултырышта республикала етештереүҙе үҫтереү мөмкинлектәре һәм көрсөк шарттарында ойошмаларға ярҙам итеү саралары ҡаралды. “ЕСМ” ойошмаһы етәксеһе юғары технологиялы эшкәртеү ҡоролмалдары сығарыу тураһында һөйләне. Башҡортостан Башлығы Сәнәғәт һәм энергетика, Мәғариф һәм фән министрлыҡтарына мәктәптәр һәм колледждарҙы станоктар менән йыһазландырыу буйынса тәҡдим әҙерләргә ҡушты.
Юғары технологиялы эшкәртеү ҡоролмалдарын дәрестәрҙә ҡулланып уҡыусылар тәжрибә туплай аласаҡ. “Сәнәғәт сәғәте”ндә шулай уҡ дезинфекция саралары етештереү буйынса проекттар менән таныштырҙылар. Косметика сығарған компания антисептиктар етештереүгә күсергә ниәтләй, икенсе ойошма водород перекисы сығара. Радий Хәбиров бындай проекттарға булышлыҡ итергә вәғәҙәләне.
#хабиров #промчас





