Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй!

Миңлеғәле Шайморатов – Рәсәй Геройы. Рәсми исемдең иғлан ителеүен республика халҡы ғына түгел, тотош рәсәйлеләр оҙаҡ көттө. Кәм тигәндә ете тиҫтә йылдан ашыу. Күп һанлы экспедициялар, хәтер вахталары, Мәскәүгә оҙатылған меңдәрсә ҡултамғалар... был һанап үтелгәндең ҡайһы берҙәре генә. Ә ат уйнатып алда барған Шайморатов генералды данлаған йыр ғына ни тора?! Ул донъяның ниндәй генә төбәгендә яңғырманы. 

Ниһайәт, хәҡиҡәт тантана итте. Уҙған аҙнала Владимир Путин легендар генералды үлгәндән һуң юғары дәүләт наградаһы менән бүләкләү тураһындағы ҡарар ҡабул итте. Республика башлығы 31 мартты Рәсәй Президентының тарихи дөрөҫлөктө тергеҙгән көн булараҡ билдәләне. Рәсәй Геройы исеме күптән түгел легендар комдив хөрмәтенә булдырылған орден баһаһын да арттырҙы.

Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй! Миңлеғәле Шайморатов яугирҙарын яуға күтәргәндә әйткән һүҙҙәре йәнә интернет киңлектәрен шаулатты. Донъяның төрлө ҡитғаларында йәшәүселәр Геройы менән, ғөмүмән, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаһармандары менән ғорурлығын йәшермә алманы.

Миңлеғәле Шайморатов Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә ауылында донъяға килгән. Хәҙер иһә ауыл Шайморатов исемен йөрөтә. Бөйөк Ватан һуғышында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов 1-се айырым кавалерия полкына, һуңынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына етәкселек итә. Башҡорт атлылары Дондан Эльбаға тиклем 4 мең саҡрымдан ашыу юл үтә. Дивизия командиры ике тапҡыр Ҡыҙыл байраҡ, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Йылдан-йыл махсус гриф аҫтында йәшерелгән документтарҙың киң йәмәғәтселеккә сығарылыуы әленән-әле яңы төр тарихи факттарҙы күҙ алдына баҫтыра.

Айырым батырлыҡтары өсөн Юғары баш командующий бойороғонда башҡорт атлылары 15 тапҡыр билдәләнә. 3 мең 860 яугир орден-миҙалдар менән бүләкләнә, 78-енә Советтар Союзы Геройы, биш кешегә – Дан орденының тулы кавалеры исеме бирелә. Дивизия командирының тормошо һәр кемгә мәктәп партаһынан яҡшы таныш. Шулай ҙа әле өйрәнәһе лә, өйрәнәһе, тигән фекерҙә тарихсылар.

Ә мөмкинлектәр киң, сикһеҙ. 13 ноябрь 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө. Башҡортостан халҡы быйыл тәүге тапҡыр, шулай уҡ рәсми билдәләйәсәк ҡыҙыл дата. Был батырҙың бөгөн дә үлемһеҙ, халыҡ менән бергә булыуы тураһында һөйләй.

Фото №1 - Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй!

Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ