Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырышында ошондай бойороҡ бирҙе. Изоляция шарттарында ҡайһы бер ойошмаларға эшләргә рөхсәт ителде. Әммә компания етәкселәре хеҙмәткәрҙәр һаулығына битарафлыҡ күрһәткән.
Ойошмаларға инеү урындарында оҙон сираттар барлыҡҡа килгән. Радий Хәбиров ведомство-ара комиссия булдырырға ҡушты. Белгестәр ойошмаларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһын үлсәү, эш урынында санитар-гигиена талаптары үтәлешен тикшерә.
#хабиров





