Ул киләһе аҙнала иғлан ителә. Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров коронавирус таралыуҙы сикләү буйынса оператив штаб ултырышында ошо турала белдерҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров матурлыҡ салондары һәм бөҙрәханаларҙы ҡайтанан асыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
Әммә бындай ойошмаларҙа санитар талаптар етди үтәлергә тейеш. Әйткәндәй, иртәгенән Ситуацион үҙәк эшләй башлай. Унда эшҡыуарҙар шылтыратып белгестәргә һорауҙар бирә ала. Әле республикала меңгә яҡын ойошмаға эшләргә рөхсәт ителде. Исемлектә ауыл һәм урман хужалығы, яғыулыҡ-энергетика предприятиелары, төҙөлөш һәм техник хеҙмәтләндереү, финанс-кредит ойошмалары. Күп фунциялы үҙәктәр ҙә асылды. Халыҡ алдан яҙылыу буйынса ҡабул ителә.
#ситуационный_центр





