Башҡортостанда ситуациялар үҙәге эш башланы

Иҡтисадтың реаль секторы өсөн мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолған үҙәк бөгөн генә йөҙҙән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән. Берҙәм телефон линияһына эшҡыуарҙар ғына түгел, ябай кешеләр, ауыр тормош шарттарында ҡалғандар ҙа шылтырата. Белгестәр, эпидемия һәм иҡтисади хәлдең еңел булмауын иҫәпкә алып уларҙың береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Бөгөн үҙәк эше менән Радий Хәбиров та танышты.

Шылтыратыу артынан шылтыратыу. Телефондар бер генә мәлгә лә тынмай. Берҙәм линия һандары әле киң йәмәғәтселек белмәй ҙә, шулай ҙа мөрәжәғәт итеүселәр күп, ти операторҙар. Бәйләнештең теге осонан ниндәй генә һорауҙар килмәй. Белгестәр һәр абоненттың хәленә инергә тырыша.

Ситуация үҙәге башлыса эшҡыуарҙарға махсуслашҡан. Әле тап бизнес өлкәһе ҙур ауырлыҡтар кисерә. Дәүләт уларға ярҙам итергә тырыша лә, әммә эшҡыуарҙар  бар нескәлектәрҙе лә белеп еткермәй. Беҙ уларға мәғлүмәти ярҙам күрһәтеп, йәнәлеш биреп ебәрәбеҙ. Шулай уҡ башҡа кешеләр ҙә шылтырата. Донъялағы хәлде иҫәпкә алып уларға ла баш тартмайбыҙ.

Зөлфиә Камалетдинова, контакт үҙәге етәксеһе

Эшҡыуарҙар ҡыҙыу линиянан тыш, Инцидент-менеджмент системаһы, инвестиция порталы һәм хат менән дә мөрәжәғәт итә ала. Улар иҡтисади үҫеш, эшҡыуарҙар өсөн яуаплы ведомстволарға, райондарҙа эшләүсе бизнес-шерифтарға ла ебәрелә. Сөнки тап бизнес -шерифтар әлеге ваҡытта йүнселдәрҙе иң яҡын кешеһе булырға тейеш, тине Радий Хәбиров.

Ситуациялар үҙәге райондарҙың был өлкәләге эшен дә көйләргә ярҙам итәсәк. Ҡайҙа күпме эшҡыуар, инвестиция сәғәттәре үткәрелгәне, ҡайһы район күберәк аҡса йәлеп иткәне лә онлайн режимда күрһәтелә. Шулай уҡ федераль үҙәккә сығыу мөмкинлеге бар, ауыр шарттарҙа төрлө мәсьәләләрҙе хәл итә алырҙай эксперттар институты ла тупланған.

Ситуация үҙәге төҙөү тотош илдә беренсе тәжрибә. Уны ойоштороу тураһында күптән хәл ителгәйне, әммә һуңғы аралағы киҫкен хәлдәр был эште күпкә тиҙләтте. Әле үҙәк «Торатау» конгресс-холында урынлашҡан. Ләкин киләсәктә уны айырым бинаға сығарыу ҡарала. Ул сағында үҙәктең мөмкинлектәре , эшмәкәрлек даирәһе лә күпкә киңәйәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда ситуациялар үҙәге эш башланы

А.Кәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ