Өфө урамдарында дезинфекция уҙғарыла

Өфө урамдарында дезинфекция уҙғарыла

Ошоға бәйле машиналар хәрәкәтендә сикләү бар. Бөгөн киске ундан иртәнге 6-ға тиклем тиҫтәнән ашыу урамға махсус препараттарҙан торған шыйыҡса һиптерелә. Эшкәртеү коронавирус таралыуын сикләү маҡсатында уҙғарыла.

Фото №1 - Өфө урамдарында дезинфекция уҙғарыла

Дезинфекция барышында йорттарҙың беренсе һәм икенсе ҡаттарында йәшәүселәргә тәҙрәләрен асмаҫҡа кәңәш ителә. Еҫ инеүе ихтимал. Препарат кешеләр өсөн хәүефһеҙ, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ