Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бюджет ҡануниәтенә үҙгәрештәр индерелде. Пленар ултырыш онлайн режимында үткәрелде. Закон проекты буйынса, коронавирус осоронда “Юғары әҙерлек” тәртибе сәбәпле эшмәкәрлеген туҡтатҡан ойошмаларға субсидия бүленә.
Ул хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн тотонолорға тейеш. Өҫтөнлөклө инвестиция проекттарында ҡатнашҡан инвесторҙарға ла ҡаҙнанан субсидия тапшырыла. Бынан тыш, депутаттар туризм, йәмәғәт туҡланыуы, спорт һәм күңел асыу тармаҡтарында эшләгән ойошмаларҙы милек өсөн һалымдан бушатты. Эшҡыуарҙар өсөн дә һалым льготаһы индерелде.
#бизнес #госсобрание





