Өфө районында башланған яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөлөшө тағы тиҙләтеләсәк

Быға тиклем эштәрҙе 25 июнгә тиклем тамамлау бурысы тора ине. Төҙөлөштөң йылдам барыуын иҫәпкә алып уны файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын тағы яҡынайтыу өмөтө бар.

Эш эш менән, ә төшкө аш тәртип буйынса. Төҙөүселәр  алыҫ китмәй генә ашҡа туҡтай. Ҡыҙыу эш мәлендә янда ғына ашхана булыуы ҙур ярҙам , ти улар. Ярай ҙа был мөмкинлекте ойоштороусы изге күңелле кешеләр табылып тора. Яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһын төҙөүселәргә был юлы төшкө ашты баш ҡаланың «Тәмле трамвай» кафеһы егеттәре алып килгән.

Туҡлыҡлы аштан һуң йәнә эшкә. Дауахана күҙгә күренеп күтәрелә. Кисә генә был урында нигеҙ һалалар ине. Ә бөгөн иһә  хеҙмәткәрҙәр өсөн тиҙ ҡоролмалы ятаҡ төҙөлә башлаған. Тимер каркастарҙа алдан уҡ буласаҡ бүлмәләрҙең иҙәне, түбә таҡтаһы ла бар. Төҙөүселәргә стеналарҙы ғына көпләү ҡала.

Бындай бүлмәләр йәмғеһе 23 буласаҡ. Һәр береһендә икешәр хеҙмәткәргә урын ҡаралған.Ә дауалау бүлмәләрен йөҙгә еткереү күҙаллана. Иң мөһиме дауахана тиҙ арала төҙөлөргә тейеш. Шуға ла был объектҡа иғтибар көслө. Республика етәкселеге көн дә тиерлек килеп төҙөлөш эштәре менән шәхсән таныша.

Яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһын төҙөүгә 1 миллиард 8 йөҙ мең һумға яҡын аҡса бүленгән. Уның яртыһы тиерлек медицина ҡорамалдары алыуға тотоноласаҡ.

Бындай йылдам темп төҙөлөш сифатында сағыла тип әйтергә урын юҡ. Объектҡа республика етәкселеге яғынан иғтибар көслө. Эш барышы камералар ярҙамында ла күҙәтелеп тора. Хәйер, еңел булмаған тормош шарттарында төҙөүселәрҙең дә үҙ-үҙенә талабы юғары.

Фото №1 - Өфө районында башланған яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөлөшө тағы тиҙләтеләсәк

А.Кәбиров.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ