Бөгөн Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Салауат ҡалаһына барҙы

Радий Хәбиров ҡала советы ултырышында ҡатнашты, урындағы сәнәғәт предприятиелары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышы менән ҡыҙыҡһынды.

Салауат ҡалаһы ҡала округы советы ултырышында Радий Хәбиров депутаттарға муниципалитеттың яңы хакимиәт башлығы кандидатураһын ҡарау башланғысы менән сығыш яһаны. Был вазифаға ул сәнәғәт һәм энергетика министры урынбаҫары Игорь Мировновты тәҡдим итте.

Башҡортостан башлығы фекеренсә, уның республиканың ҡеүәтле предприятиелары менән бәйләнеш булдырыу тәжрибәһе бар, Салауат кеүек эре сәнәғәт үҙәге өсөн был әлбиттә, бик мөһим. Депутаттар Радий Хәбировтың башланғысын хуплап Игорь Мироновҡа Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы йөкмәтте.

Башҡортостан башлығы 2019 йылдың февраленән ҡаланы етәкләгән Динар Хәлитовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, уның тәжрибәһе Башҡортостандың дәүләт идараһы структураһында артабан да файҙаланыласаҡ тип белдерҙе. Республика башлығы шулай уҡ коронавирусҡа бәйле хәл һәр кемдең үҙ урынында эшенә айырыуса яуаплы ҡарауҙы талап итеүен дә билдәләне.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Салауат ҡалаһына барҙы

Рафиҡ Әхмәтшин.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ