Башҡортостанда быйыл 26 проблемалы йорт файҙаланыуға тапшырыла

Башҡортостанда быйыл 26 проблемалы йорт файҙаланыуға тапшырыла

Меңдән ашыу кеше фатирлы буласаҡ. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Төҙөлөш сәғәте”ндә әйтелде. Ултырыш онлайн тәртиптә үткәрелде.

Фото №1 - Башҡортостанда быйыл 26 проблемалы йорт файҙаланыуға тапшырыла

Граждандар хоҡуҡтарын яҡлау фонды етәксеһе Дамир Миңлебаев әйтеүенсә, 128 объект төҙөлөшө буйынса график әҙер. 23 күп ҡатлы йорт фонд иҫәбенә төҙөлөп бөтә. 63 объект буйынса федераль ҡаҙнанан аҡсаға заявка бирелгән, ҡалған проекттарҙы төҙөлөш ойошмалары үҙ аллы тамамларға ниәтләй. Радий Хәбиров мәсьәләнең хәл ителешен күҙәтеп барыу өсөн, “Төҙөлөш сәғәте” ултырыштарына онлайн режимда булһа ла, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙы ла саҡырырға тәҡдим итте.

#хабиров #стройчас #дольщики

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ