Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 50-гә яҡын закон проекты ҡарарға йыйына. Парламент Ғаилә кодексына үҙгәреш әҙерләй. Уға ярашлы, бер туған балаларға бер мәктәпкә барыу хоҡуғы бирелә.
Ғаилә йәшәү урынын алмаштырыуға бәйле, бәләкәй баланы ағаһы йәки апаһы быға тиклем уҡыған мәктәпкә ҡабул итмәүҙәре мөмкин. Законға үҙгәреш ошо етешһеҙлекте бөтөрөргә тейеш. Көн тәртибендә шулай уҡ йорт хайуандарына ҡағылышлы проект бар. Яңы ҡанун приюттар булдырыу һәм берәҙәк хайуандарҙы аулау тәртибен көйләй. Ултырышта һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ярҙам итеү, юл фондына күберәк аҡса бүлеү, балалар лагерҙары эшмәкәрлегенә күҙәтеүҙе көсәйтеүгә бәйле закон проекттары ҡарала.





