Үҙизоляция режимы йәйгә тиклем дауам итәсәк

Киләһе дүшәмбенән республикалағы барлыҡ социаль учреждениелар ябыла, ә үҙизоляция талаптарын үтәмәүселәргә ҡарата ҡәтғи саралар ҡулланыла башлай. Был турала бөгөн Республика хөкүмәтендә үткән оператив штаб ултырышында Башҡортостан башлығы белдерҙе.

Ковид 2019 оло йәштәгеләр өсөн хәүефле. Табиптарҙың күҙәтеүенән күренеүенсә, йәштәр инфекцияны башлыса еңелсә үткәреп ебәрһә, 65 йәштән ололар өсөн коронавирус ҡотолғоһоҙ сиргә әйләнә. Шуға оло быуын вәкилдәре айырыуса ҡурсалауға мохтаж, - тип белдерҙе оператив штаб ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға Башҡортостандағы барлыҡ социаль учреждениеларҙы карантинға ябырға бойорҙо

Киләһе аҙнанан Башҡортостанда 72 меңдән ашыу аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләр һәм оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек  тупланмаһы бүленә башлай. Барлығы 100 мең ошондай пакет таратыу күҙаллана. Социаль ярҙам Башҡортостандың ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары иҫәбенә күрһәтелә.

Вирус килер ҙә китер, ә ашарға һәр ваҡыт кәрәк. Пандемия Башҡортостан иҡтисадына ҙур зыян килтермәһен өсөн республикала байтаҡ предприятиеларға эшкә сығырға рөхсәт ителгәйне. Шул сәбәплеме урамда халыҡ күбәйҙе. Үҙизоляция тәртибен боҙоу иһә эпидемия хәленең киҫкенләшеүенә килтәреүе ихтимал. Башҡортостан башлығы республика хөкүмәтенә эшкә сыҡҡан предприятиелар исемлеген аныҡларға ҡушты.

Дүшәмбенән полиция сәбәпһеҙ урамға сығыусыларҙы аулай башлаясаҡ. Эшкә барыусыларҙың яндарында белешмәһе булыуы шарт. 20 апрелгә тиклем бирелгәндәрен яңыртыу мөһим. Үҙизолциялау тәртибен боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Бынан тыш, йәмәғәт транспорты водителдәренә битлекһеҙ һәм бирсәткәһеҙ пассажирҙарҙы салонға алмау талабы ҡуйыла. Пандемия осоронда тирә-яҡтағыларҙың хәүефһеҙлегенә битараф булыуысыларҙы борт тышында ҡалдырырға ла тигән фекер яңғыраны ултырыш барышында.

Ҡәтғи саралар апрель айы менән генә сикләнмәүе асыҡ. Ултырышта Башҡортостан башлығы муниципаль берәмектәр етәкселәрен юғары әҙерлек тәртибе кәм тигәндә май айы тамамланғансы ғәмәлдә булыуы ихтималллығы тураһында ла иҫкәртте.

Фото №1 - Үҙизоляция режимы йәйгә тиклем дауам итәсәк

Рафиҡ Әхмәтшин.

Волна
Акции БСТ