Радий Хәбиров митрополия етәксеһенә сиркәүҙәрҙе ябыу, халыҡтың күпләп йыйылыуын сикләү тураһындағы ҡарарҙы аңлап ҡабул итеүҙәренә рәхмәт белдерҙе. Был аҙнала үтәсәк христиандарҙың төп байрамдарының береһе – Пасханы билдәләүҙе онлайн күрһәтеүҙе ойошторорға ярҙам вәғәҙәләне. 18 апрелдән 19-на ҡарай төндә Өфөнөң Кафедраль соборында барған байрам сараларын БСТ һәм YouTube каналдарында ҡарарға була.





