Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бюджет тәртибенә бәйле законға үҙгәреш әҙерләнә. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн штраф, тәбиғәткә зыян килтергән өсөн компенсация, һыу объекттары менән файҙаланыу өсөн түләүҙән килгән аҡсаны район һәм ҡалалар ҡаҙнаһына күсерергә тәҡдим ителә. Ҡануниәткә ошондай үҙгәреш муниципалитеттарҙың финанс хәлен нығытырға булышлыҡ итәсәк, тип белдерәләр республика парламентынан.
#госсобрание





