Республика Башлығы ҡотлауында әйтелеүенсә, урындағы үҙидаралыҡ – халыҡ өсөн иң яҡын власть һәм бөгөн ул алдынғы һыҙыҡта. “Алда – ҙур һәм мөһим эштәр күп. Район һәм ҡалалар бюджетын нығытыу, бәләкәй бизнесты үҫтереү, ауыл һәм ҡалаларҙы тәртипкә килтереү, урындағы башланғыстырға булышлыҡ итеү программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур маҡсаттар ҡуйылған. Һеҙҙең һөнәри оҫталыҡ, белем, кешеләргә иғтибарлы һәм хәстәрлекле булыуығыҙға, асыҡлыҡ һәм берҙәмлеккә ышанам”, тип билдәләнгән Радий Хәбиров ҡотлауында.
#хабиров





