Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөн ваҡытлыса кисектереп тороу – бөгөнгө шарттарҙа дөрөҫ сара.“Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” берләшмәһе ошондай белдереү яһаны.
Коронавирус пандемияһы сәбәпле донъялағы 30-ға яҡын илдә һайлауҙар һәм референдумдарҙы икенсе ваҡытҡа күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Улар араһында Америка Ҡушма Штаттарында буласаҡ президент һайлауҙарына праймериз, Италия, Әрмәнстан, Чили һәм башҡа илдәрҙәге референдумдар бар.
Рәсәй Президенты Указы менән, граждандарҙың ғүмере һәм һаулығына зыян килтермәү маҡсатында Конституцияға төҙәтмәләр буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө кисектерелде. Үҙәк һайлау комиссияһы илдең 38 төбәгендә үҙидара органдарына ваҡытынан алда, өҫтәмә һәм ҡабаттан үткәрелергә тейешле һайлауҙарҙы икенсе ваҡытҡа күсереү хаҡында ҡарар сығарҙы.
Автор: Зөһрә Арсаева
#Конституция #поправки





