Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районында булды

Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районында булды

Прибельский ауылында Радий Хәбиров Ҡарлыман һөт-консерва комбинаты эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятиела 150 кеше эшләй, тәүлегенә 40 тонна сеймал етештерелә. Республика етәксеһе билдәләүенсә, комбинат  ныҡлап аяҡҡа баҫа,  камиллаша бара.

Фото №1 - Республика башлығы бөгөн эш сәфәре менән Ҡырмыҫҡалы районында булды

Оло Күл ауылында Радий Хәбиров “Дэлекс” йәмғиәтендә  булды. Урындағы етәкселек дезинфекция сараларына заказдар һаны арта барыуы, етештереү күләмен арттырыу мөһимлеге тураһында белдерҙе. Республика башлығы был мәсьәләне  Хөкүмәттә уҙған “Сәнәғәт сәғәте”нә сығарыу тәҡдимен еткерҙе.  Ҡабаҡ ауылында төбәк етәксеһе “Кировец-Өфө” ауыл хужалығы ҡоролмалары һәм тракторҙар  хеҙмәтләндереү  буйынса предприятие төҙөү майҙансығын ҡараны. Әле унда заводты монтажлау  бара. 1 июлдән нефть тармағы өсөн агрегаттар сығара  башлау планлаштырыла. Техникаға ихтыяж ҙур, килеп тыуған һорауҙар, ҡормалдар һатып алыу буйынса ярҙам буласаҡ, тине Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ