Федераль авиа урман һағы ойошмаһынан белдереүҙәренсә, 50 мең гектарға яҡын ерҙә ут һүндерелгән. Иң күп янғындар Байкал аръяғы крайына тура килә. Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәргә, үлән һәм сүп-сар яндырмаҫҡа саҡыра.
Хөкүмәт күрһәтмәһе буйынса, быйыл янғын хәүефе миҙгеле 15 апрелдә башланды. Ул 15 октябргә тиклем дауам итә.





