Республика етәксеһе әйтеүенсә, был айҙа ғаилә сығымдары юҡ тиерлек һәм ул тупланған аҡсаны мохтаждарға йүнәлтергә ҡарар иткән.
Был башланғысты Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров та хуплап, бер айлыҡ эш хаҡын фондҡа тапшыра. Радий Хәбиров башҡа етәкселәргә ла үрнәк алырға саҡырҙы. Сөнки пандемия шарттарында халыҡтың килеме ҡырҡа кәмене, эшһеҙ ҡалыусылар ҙа арта. Видеокәңәшмәлә коронавирус менән кәрәштең башҡа юлдары ла өйрәнелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, тәү сиратта алғы фронтта торған табиптар яҡлауға мохтаж. Сменаһы тамамланған медицина хеҙмәткәрҙәре абсерваторға ҡалырға тейеш. Республика етәксеһе иһә табиптарҙы күпкә уңайлраҡ шарттары булған шифаханаларға ебәрергә тәҡдим итте. Улар иғтибарға лайыҡ, сөнки сир йоҡтороусыларға ҡарағанда һауығып сығыусыларҙың артыуы яҡшы күренеш.
Оператив кәңәшмәлә эшһеҙ, килемһеҙ ҡалыусыларға ярҙам күрһәтеү мәсьәләре лә өйрәнелде. Әле Башҡортостанда мәшғүллекте тәьмин итеү буйынса эш көсәйтелгән. Республика етәкселеге әйтеүенсә, эшһеҙ ҡалыусыларға пособиелар түләүгә ҡарағанда уларҙы хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү отошлораҡ. Эшһеҙ ҡалыусыларға тәү сиратта төрлө предприятиеларҙа вакансиялар тәҡдим ителә.
Радий Хәбиров шәмбе баҡсаға барыусыларҙы йәмәғәт транспорты менән тәьмин итергә ҡушты. Бигерәк тә 65 йәштән өлкәндәргә иғтибар көслө булырға тейеш. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, аҙна аҙағына тиклем был бар үҙенсәлектәр уйланып автобустар шәмбе иртәһенә әҙер торорға тейеш. Ә халыҡтан һаҡланыу сараларын иҫтә тотоп маска һәм бирсәткә кейеү, дезинфекция ҡағиҙәләрен онотмау талап ителә.
Айнур Кәбиров.





