Архангел районында йылға буйында урынлашҡан Абҙан һәм Тәүәкәс ауылдарының ҡайһы бер урамдарын һыу баҫты

Яҙғы ташҡын кимәле норманан юғарыраҡ булыу сәбәпле, һыу ихаталарға тиклем етә. Айырым райондарҙа һыу ҡапыл күтәрелһә лә, дөйөм республика буйынса ташҡынға бәйле хәл тотороҡло ҡала. Теманы БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Бер нисә көн элек кенә Тәүәкәс ауылын урамдарының береһен һыу баҫып ала. Урындағы халыҡ өсөн дә яҙғы ташҡын көтөлмәгән ҡунаҡтай тойола, сөнки һуңғы йылдарҙа һыу кимәле был тиклем үк күтәрелгәне булмай. Һыу ағымы ауыл өсөн хәүеф сығанағына әйләнмәһен өсөн дамба талап ителә. Төҙөлөш проекты билдәләнгән, әммә уны ғәмәлгә ашырыу өсөн 2 млн һум аҡса кәрәк.

Күрше Абҙан ауылында ла яҙғы ташҡын урындағы халыҡты уяу булырға өйрәтә. Йорт хужалары ғәҙәттән тыш хәл осрағына һәр саҡ әҙер, шуға ла кәмәләр алдан әҙерләнеп ҡуйыла.

Әммә ташҡын кимәлен теүәл күҙаллау мөмкин түгел, шуға ла ауылда иҫкәртеү саралары ойошторола. Ғәҙәттән тыш хәл барлыҡҡа килгәндә ауыл мәктәбендәге спорт залы  ваҡытлыса торлаҡҡа әйләндереләсәк.

Айырым урындарҙа һыу баҫыу осраҡтары күҙәтелһә лә, дөйөм алғанда республикала ташҡынға бәйле хәл тотороҡло тип иҫәпләнә. Ҡар иреп бөттө, йылғалар боҙҙан әрселде. Йылға, күлдәрҙәге һыу кимәленең кинәт күтәрелеүенә оҙаҡҡа һуҙылған ямғырҙар ғына һиҙелерлек йоғонто яһауы ихтимал тип фаразлана.

Фото №1 - Архангел районында йылға буйында урынлашҡан Абҙан һәм Тәүәкәс ауылдарының ҡайһы бер урамдарын һыу баҫты

Флорида Ким.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ