Ил парламенты ике өлөшкә бүленгән: юғары палата – Федерация Советы һәм түбәнгеһе – Дәүләт Думаһы. Төбәктәрҙә лә урындағы парламенттар – ҡанундар сығарыусы власть органдары бар. Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эшләй.
Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, парламенттың эшмәкәрлеге, тәү сиратта, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтелергә тейеш. “Халыҡ менән дәүләт берҙәм булғанда ғына сәйәсәттә, иҡтисадта, башҡа өлкәләрҙә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин”, - ти Зөһрә Рәхмәтуллина.
Әле илдә 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы эшләй. Түбәнге закондар сығарыу палатаһында 450 депутат. Федерация Советында һәр төбәктән ике сенатор эшләй
#парламент





