Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ул "Донъя - коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш" тип аталған беренсе халыҡ-ара онлайн-форумда сығыш яһаны. Радий Хәбиров фекеренсә, хәүеф янғанда кеше өсөн тотороҡлоҡ төп ҡиммәттәрҙең береһе буласаҡ.
Һүҙ бигерәк тә сәйәси, социаль һәм иҡтисади тотороҡлоҡ тураһында бара, тине республика етәксеһе.
Пандемия ҙур проблема. Әммә беҙ уға яңы мөмкинлек булараҡ ҡарайбыҙ, тине Радий Хәбиров.
“Донъя - коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш” онлайн-форумы Башҡортостан етәксеһе башланғысы буйынса үтә. Интернет йыйында 100-ҙән ашыу Рәсәй һәм сит ил белгесе ҡатнаша.
#Мирпослекоронавируса #РадийХабиров #COVID_19





