Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш

Өфөлә ошондай исем аҫтында тәүге халыҡ-ара онлайн-форум үтә. Ул «Торатау» конгресс холында ойошторолған, форум эшендә Республика башлығы ла ҡатнаша.

Форумды ойоштороу ниәтен тап Башҡортостан күтәреп сығыуы һәм уның Өфөлә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Республика Европа менән Азияның йөрәгендә урынлашҡан. Сараны уҙғарыу форматы бик үҙенсәлекле, эксперттар менән бәйләнеш дистанцион рәүештә, онлайн форматта бара. Әммә был форумдың һөҙөмтәлелеген кәметмәй.

Ҡатнашыусылар глобаль иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫтереү хаҡында фекер алыша. Көн үҙәгендәге төп темалар – мәғариф системаһын модернизациялау, айти технологиялар индереү, онлайн һөнәрҙәрҙең киләсәге, хеҙмәтләндереү тармағын үҙгәртеп ҡороу, заман мәғлүмәт даирәһе менән бәйле.

Сарала Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Борис Титов һәм башҡа абруйлы эксперттар ҡатнаша.

Пленар өлөштә иһә бәйләнешкә донъяның төрлө мөйөштәренән билдәле шәхестәр сығасаҡ. Улар араһында Швецияның экс премьер-министры Фредрик Рейнфельдт,  Италияның элекке сит илдәр министры, Евразия тикшеренеүҙәре институты президенты Франко Фраттини, француз кинорежиссеры Люк Бессон, яҙыусы Нассим Талеб һәм башҡалар. Форумда Республика башлығы белдереүенсә, пандемия тамамланыу тураһында һөйләргә иртәрәк, әммә киләсәккә эш пландарын билдәләү ҡуйырға кәрәк.

Фото №1 - Донъя коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш

Рәмзиә Кәримова.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ