Өфө йылғаһы ярҙарынан сығыуы һөҙөмтәһендә тәүге участкалар һыу аҫтында ҡалған

Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ташҡын һыуҙары «Металлург» баҡсасылар ширҡәте районында 150 метр оҙонлоҡта юл участкаһын баҫҡан.

Һыуҙың тәрәнлеге 40 сантиметр тирәһе, ташҡындан зыян күргән биләмәне урап үтеү мөмкин. Бынан тыш, Дим, Ленин һәм Калинин райондарында тағы ла алты юл участкаһы һыу эсендә ҡалған. Кооператив микрорайоны Бәләкәй Йылға урамында ҡотҡарыусылар 80 йәшлек ҡатынды эвакуациялаған. Ханым ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырылған. Дөйөм алғанда, республиканың баш ҡалаһында һыу баҫҡан 35 биләмә һәм бер торлаҡ йорт иҫәпләнә.

Фото №1 - Өфө йылғаһы ярҙарынан сығыуы һөҙөмтәһендә тәүге участкалар һыу аҫтында ҡалған

Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ