Емерергә ярамай тергеҙергә. Өтөрҙө ҡайҙа ҡуйыу мәсьәләһе иртәгә Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығында үтәсәк кәңәшмәлә хәл ителәсәк. Һүҙ Өфөнөң Коммунистик урамында урынлашҡан Тихониндар йорто тураһында бара.
Бөгөн көндөҙ 19-сы быуат ҡомартҡыһының тағы ла бер стенаһы һәм ҡыйығы емерелеп төштө. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәне. Тарихтан билдәле булыуынса, кирбес йорт 1899 йылдар аҙағында сафҡа ингән булған. Уның хужаһы Михаил Тихонин кондитер ризыҡтар етештереү менән шөғөлләнгән. Ваҡыт үтеү менән ике ҡатлы бина ташландыҡ хәлгә әйләнгән. Бер нисә йыл элек авария хәлендәге мәҙәни объект тирәләй күп ҡатлы йорттар төҙөлә башлай. Профнастил менән уратып алынған өй эргә-тирәлә йәшәүселәргә ҙур хәүеф менән янай.
Хәүефле йорт иҫкәртеүсе ҡағыҙҙар һәм таҫмалар менән ваҡытлыса уратып алынды. Уның артабанғы яҙмышы иртәгә Өфөлә үтәсәк кәңәшмәлә хәл ителеүе ихтимал. Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бинаны киләсәктә тергеҙеп төрлө социаль учреждениелар йәки туҡланыу урындары асырға мөмкин. Әммә бының өсөн ҡаланың тарихи йөҙөн һаҡларға әҙер булған инвесторҙы табырға кәрәк.
Илдар Байбулатов.




