"Был да яҡшы тәжрибә булды”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Донъя - коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш" тип аталған беренсе халыҡ-ара онлайн-форумда сығыш яһап шулай тип белдерҙе.
“Ябай булмаған осорҙа гражданлыҡ йәмғиәте нығынды, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан етәксеһе уларға һәм коммерция булмаған ойошма вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе.
"Донъя - коронавирустан һуң: Евразия йөрәгенән ҡараш" тип аталған беренсе халыҡ-ара онлайн-форумда Рәсәй һәм сит ил вәкилдәре ҡатнашты. Бөтәһе 10 меңгә яҡын ҡатнашыусы теркәлде. Форумды 20 сит ил һәм федераль мәғлүмәт сараһы яҡтыртты.
#Мирпослекоронавируса #РадийХабиров #COVID_19





