Үҙгәрештәр хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһын үлсәү, хәүефһеҙ дистанция тотоу, бер бүлмәгә күпләп йыйылмау һәм антисептик саралар ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.
Белгестәр төҙөлөш ойошмаларына сығып тикшереүҙәр ойошторған. Уның һөҙөмтәләре буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протоколдар төҙөлгән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров онлайн форматта үткән «Төҙөлөш сәғәте»ндә тармаҡ эшмәкәрлеген артабан да даими рәүештә контролдә тотоу бурысы ҡуйҙы. Ошондай уҡ талаптар «Транспорт сәғәте»ндә лә билдәләнде. Республика етәксеһе әйтеүенсә, «Өфө-Аэропорт» юлында эшләп йөрөүсе хеҙмәткәрҙәр битлек кейеүҙе кәрәк тип тапмаған. Әммә коронавирус таралһа, предприятие етәксеһенә һорау ҡәтғи буласаҡ, тине Радий Хәбиров.




