Тиҫтәгә яҡын ҡалала ошо турала күрһәтмәләргә ҡул ҡуйылған. "Өфө" инженер селтәрҙәре" предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала йылы биреү уртаса һауа температураһы биш тәүлек буйы 8 градус йылынан кәм булмаһа туҡтатыласаҡ. Йәғни,синоптиктар фараздарына ярашлы, киләһе аҙнала уҡ булыуы мөмкин.
Уҙған йылда Өфөлә йылытыу миҙгеле 6 майҙа тамамланды, 220 көнгә һуҙылды.





