Май байрамдары хәл иткес әһәмиәтле

Май байрамдары хәл иткес әһәмиәтле

Шулай тип белдерҙе ил Президенты.Владимир Путин коронавирус инфекцияһы таралыуын сикләү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Дәүләт башлығы ватандаштарыбыҙға мөрәжәғәт итеп, халыҡты яуаплы һәм һаҡ булырға саҡырҙы.

Май байрамдары хәл иткес әһәмиәтле
Фото №1 - Май байрамдары хәл иткес әһәмиәтле

“Бөгөнгө шарттарҙа төп бурыс – кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу”, - тине Владимир Путин.

Май байрамдары хәл иткес әһәмиәтле

“Сир менән көрәштә ирешелгән бәләкәй генә уңыштарыбыҙ, ҡотҡарылған һәр ғүмер эпидемияны еңеүгә өмөт уятырға тейеш. Тормош яйға һалыныр. Бөгөнгө һынауҙарҙы үтеп, үҫеш өсөн ышаныслы шарттар тыуҙырыуыбыҙға ышанам”, - тине Президент Владимир Путин. Коронавирус.рф порталы мәғлүмәттәре буйынса, әле илдә 99 меңдән ашыу кешелә ковид-19 инфекцияһы раҫланған. Башҡортостанда сирлеләр һаны 700 самаһы.

#Коронавирус #изоляция #ВладимирПутин #главноелюди #covid

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ