Быны асыҡлау өсөн Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты даими рейдтар ойоштора. Эксперттар Республика башлығы указына ярашлы, һаҡланыу тәртибе талаптарын тикшерә. Белгестәр менән бергә төҙөлөш майҙансығына беҙҙең ижади төркөм дә сыҡты. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Был объектҡа айырыуса иғтибар бирелә, сөнки төҙөлөш майҙансығы Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы эргәһендә урынлашҡан. Хеҙмәткәрҙәр битлек һәм бирсәткә менән булһа ла, биләмәлә инфекция таралыу тураһында иҫкәрмәләр, антисептик саралар булмай сыҡты.
Талаптар төҙөүселәрҙең температураһын үлсәү, хәүефһеҙ дистанция тотоу, бер бүлмәгә күпләп йыйылмау һәм антисептик саралар ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Пандемия осоронда төҙөлөш эштәре лә бер аҙ кәмей, ти подрядсы ойошма вәкилдәре. Ләкин эшмәкәрлекте туҡтатып булмай, шуның өсөн һәр майҙансыҡта яҡынса биш-алты кеше эшләй.
Был биләмәгә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты белгестәре икенсе тапҡыр килде. Тәүгеһендә инфекция таралыуға ҡаршы профилактик саралар үтәлмәүе асыҡлана. Ойошма етәкселеге бер көн эсендә барлыҡ етешһеҙлектәрҙе юҡҡа сығара. Антисептик саралары, тепловизор һатып ала. Хәҙер биләмәгә ингән һәр кешенең температураһы үлсәнә.
Коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы профилактик көрәш үткән аҙнанан үткәрелә башлай. Ошо ваҡыт эсендә 130 ойошма тикшерелә, уларҙың 18-нә протокол төҙөлә. Тәртип боҙоусыларҙың яҙмышын район суды хәл итәсәк.
Әлфинә Килдейәрова.




