Хөкүмәтйортонда үткәнсираттағы «Транспорт сәғәте»ндә коронавирус инфекцияһы шарттарында юл хеҙмәттәренең эшмәкәрлеге ҡаралды. Кәңәшмә видеоконференция форматында үтте.
«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте етәкселеге хәбәр итеүенсә, компания планлаштырған барлыҡ эштәр ваҡытында башҡарыла. Асфальт заводтары тулы ҡеүәтендә эшләй. Юл ремонты сиктәрендә 1 майға 62 мең тонна ҡатнашмаетештерелгән, был күрһәткес уҙған йыл менән сағыштырғанда 2,6 тапҡырға күберәк.
Байрам көндәренән һуңӨфөнөңүҙәкурамдарын төҙөкләндереү ҡаралған. Төбәк башлығы Радий Хәбиров тулы изоляция режимында ремонт эштәренең байтаҡ өлөшөбашҡарылыуын юғары баһаланы.
Гөлназ Хәйбуллина.




