Ул ҡабул ителһә, республикала 13 сәғәттән 15 сәғәткә тиклем “тынлыҡ сәғәте” барлыҡҡа килә. Йәғни, ошо арауыҡта күп ҡатлы йорттарҙа һәм дөйөм ятаҡтарҙа көслө тауыш сығарған ҡорамалдар менән ремонт эшләү тыйыла. Граждандарҙың тыныслығын боҙоусыларға 1 меңдән 15 меңгә тиклем штраф ҡарала.
Ҡанун яңы файҙаланыуға тапшырылған йорттарға ғына ҡағылмай. Уларҙа ремонт эштәре фатир алғандан һуң йыл ярым эсендә тамамланырға тейеш.





