Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттарҙа иҫәпләгестәрҙе яңыларына алмаштырыуҙа дәүләт ярҙам итә

Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттарҙа иҫәпләгестәрҙе яңыларына алмаштырыуҙа дәүләт ярҙам итә

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте” ултырышында ошо турала әйтелде. Аҙ ҡатлы йорттарҙа ҡуйылған электр утын иҫәпләгестәр хәҙерге талаптарға яуап бирмәй. Ошо сәбәпле бында йәшәүселәрҙе электр өсөн күберәк түләү көтә.

Фото №1 - Башҡортостанда аҙ ҡатлы йорттарҙа иҫәпләгестәрҙе яңыларына алмаштырыуҙа дәүләт ярҙам итә

Энергияны һаҡсыл ҡулланыу программаһына ярашлы, республикала яҡынса 4 мең йортта иҫәпләгестәрҙе алмаштырырға кәрәк. Федераль ҡануниәт буйынса, фатир хужалары яңы ҡулайламаны үҙ иҫәбенә алырға бурыслы. Әммә ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостанда иҫке иҫәпләгестәрҙе яңыларына алмаштырыу өсөн бюджеттан аҡса бүлергә тәҡдим ителә. Радий Хәбиров халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына мөмкинлектәр эҙләргә ҡушты.

#хабиров#минжкх

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ