ЦИАН аналитик үҙәге төбәктәрҙә быйыл өс айҙа торлаҡ төҙөлөшө һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Беҙҙең республикала йылдың беренсе кварталында 622 мең квадрат метр торлаҡ, йәғни 8 мең ярымдан ашыу фатир һәм шәхси йорт файҙаланыуға тапшырылған. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 28 процентҡа күберәк. Торлаҡ төҙөлөшө күрһәткесе буйынса, Башҡортостан илдә алдынғы 5 төбәк исемлегендә.
#строительство





