Башҡортостан Башлығы сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты, шулай уҡ вахтасылар урынлаштырылған обсерваторҙа булды.
Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Белорет районының сәнәғәт предприятиелары, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү барышы менән танышты.
Әле ҡала быуаһы ярын тәртипкә килтереү эштәре башланып тора. Киләсәктә бында халыҡ өсөн ял итеү урындары барлыҡҡа киләсәк. Йылдам үҫеш биләмәһе сиктәрендә Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводында инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.
Бөгөн бында төрлө пружиналар етештереүгә 500-гә яҡын эшсе йәлеп ителгән. Предприятиеның йыллыҡ әйләнеше 2 миллиард һумдан ашыу. Уларҙың тауары Рәсәй һәм Европа баҙарҙарында киң ҡулланыла. Тағы ла 307 миллион һум аҡса һалып, инвестор рессорҙар етештереүҙе ойоштормаҡсы. Бының өсөн йылдам үҫеш биләмәһенең яңы резиденты – “Рессора” НПФ-ы теркәлгән.
Апрель башында был башланғыс “Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡаралды һәм өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелде. Башҡортостан Башлығы етештереү майҙансығын ҡарап сыҡты, сығарылған тауар төрлөлөгө менән танышты. Предприятие етәкселеге коллектив хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн күрелгән санитар саралар тураһында ла һөйләне. Мәҫәлән, заводта дезинфекция үткәреү өсөн автоматик ҡулайлама ҡуйылған.




