Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ветерандарҙы Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотланы.
«Бөгөн беҙ яу яланында ҡулына ҡорал тотоп һәм тылда фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеү яулағандарҙы данлайбыҙ. Һеҙҙең батырлыҡ һәм рух ныҡлығы айҡанлы хәҙерге быуын тыныслыҡта йәшәй. Һеҙ бөгөн дә сафта, йәштәр өсөн өлгө булып тораһығыҙ. Ҡаһарман көсөгөҙ һәм ысын илһөйәрлек рухы оло ихтирамға лайыҡ. Башҡортостан халҡы исеменән һеҙҙең алда баш эйеп, рәхмәт әйтәбеҙ», – тип билдәләнә Радий Хәбировтың ҡотлауында.





