12 майҙа Рәсәйҙә ғәмәлдәге эшләмәй торған көндәр тамамлана

Сикләүҙәр 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн һаҡлана, шулай уҡ күп кешеләр ҡатнашҡан саралар үткәреү тыйыла.

Был турала ил президенты Владимир Путин төбәк башлыҡтары менән менән кәңәшмәлә белдерҙе. 30 мартта ҡабул ителгән режим эпидемияны тотҡарларға ярҙам итте. Шуға ҡарамаҫтан ул үҙ аллы изоляция режимынан кинәт түгел, ә әкренләп сығыу мөһимлеген билдәләне.

Дәүләт башлығы үҙ сығышында ғаиләләргә финанс яҡтан төрлө ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында ла һөйләне. Мәҫәлән, бала ҡарау буйынса пособие ике тапҡырға артып, 6 700 һумға етәсәк. Бынан тыш, президент апрель-июнь айҙарына өс йәшкә тиклем балалары булған барлыҡ ғаиләләргә лә бишәр мең һум түләргә тәҡдим итте. Ә 1 июндән 3 йәштән 16 йәшкә тиклем балаһы булған һәр ғаилә унар мең һум аҡса аласаҡ.

Президент менән кәңәшмәнән һуң Радий Хәбиров ҡала-район хакимиттәре башлыҡтары ҡатнашлығында видеоконференция үткәрҙе. Унда һүҙ төбәктең үҙизоляция режимынан сығыу мәсьәләһе тикшерелде. Республика етәксеһе билдәләүенсә, 12 майҙан Башҡортостан биләмәһендә ирекле йөрөү рөхсәт ителәсәк. Әммә бының өсөн халыҡҡа санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү талап ителә. Бер үк ваҡытта 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн өлөшләтә сикләүҙәр һаҡлана.

Фото №1 - 12 майҙа Рәсәйҙә ғәмәлдәге эшләмәй торған көндәр тамамлана

Илдар Байбулатов.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ