Юлдағы бәхәс ҡорал ҡулланыу менән тамамлана

Стәрлетамаҡ районы Мариинский ауылындағы хәлде ваҡиға шаһиттары кеҫә телефонына төшөрөп социаль селтәрҙәргә һалған.

Тикшереүҙәр барышында асыҡланыуынса, юлдағы аңлашылмаусанлыҡ һөҙөмтәһендә мотоцикл һәм такси водителдәре араһында бәхәс тыуа. Бер-береһен еңә алмағас автомобиль хужаһы дәғүәсеһен отвёртка менән ҡурҡытырға маташа. Байкер оҙаҡ уйлап тормай рәнйетеүсеһенә 6 тапҡыр ата.

Дүрт пуля эләгеүгә ҡарамаҫтан, низағ туҡтарға уйламай. Ҡыҙған ирҙәрҙе полиция хеҙмәткәрҙәренә генә айыра. Ашығыс ярҙам яраларҙы эшкәрткәндән һуң водителдәр урындағы полиция бүлегенә килтерелә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ҡануниәткә ярашлы процессуаль ҡарар ҡабул ителсәк.

Фото №1 - Юлдағы бәхәс ҡорал ҡулланыу менән тамамлана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ