Бөгөн Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үтә

Бөгөн Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үтә

Кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәрә. Видеоэлемтә ярҙамында район һәм ҡала башлыҡтары менән коронавирус таралыуҙы сикләү саралары буйынса фекер алышыу ойошторола. Радий Хәбиров республикала изоляция тәртибен йомшартыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Фото №1 - Бөгөн Республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә үтә

Әммә ҡайһы бер сикләү саралары һаҡлана. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ яҙғы сәсеү барышы, ҡалалар һәм ауылдарҙа йәмәғәт урындары һәм ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе башлау мәсьәләләре күтәрелә. Бынан тыш, аҙ тәьмин ителгән балалы ғаиләләргә айлыҡ түләү, әсәлек капиталы сертификатын биреү тәртибе менән таныштыралар, шулай уҡ республиканың төпкөл ауылдарына интернет үткәреү программаһы үтәлеше ҡарала.

#хабиров #оперативка

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ