Башҡортостанда юғары әҙерлек тәртибе ғәмәлдә ҡала

Башҡортостанда юғары әҙерлек тәртибе ғәмәлдә ҡала

Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. Республика Башлығы билдәләүенсә, изоляция режимы ла тулыһынса бөтөрөлмәй. Коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар менән бәйләнештә булған кешеләр, пневмония менән ауырыусылар ҡурсаланыу тәртибен үтәргә бурыслы.

Фото №1 - Башҡортостанда юғары әҙерлек тәртибе ғәмәлдә ҡала

Был режим хроник сирҙәрҙән яфаланыусыларға ла ҡағыла. Республикала 65 йәштән өлкәнерәктәргә киске алтынан иртәнге сәғәт алтыға тиклем йәмәғәт урындарында йөрөү тыйыла. Ә 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм балаларға 20 сәғәттән көндөҙгө сәғәт 2-гә тиклем урамда йөрөргә ярамай. Башҡортостан Башлығының указы бөгөн донъя күрҙе. Эшләргә рөхсәт бирелгән ойошма һәм предприятиеларҙың исемлеге менән рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин. Республикала йәмәғәт урындарында битлек һәм бирсәткәлә йөрөү мотлаҡ. Радий Хәбиров дезинфекция уҙғарыу мәсьәләһенә лә етди ҡарарға ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ