Радий Хәбиров республика ҡалаларында уңайлы мөхит булдырыу барышы менән танышты

Радий Хәбиров республика ҡалаларында уңайлы мөхит булдырыу барышы менән танышты

Башҡортостан Башлығы “Йәмәғәт биләмәләре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Унда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса конкурсҡа әҙерлек ҡаралды. Быйыл беҙҙең республиканан 11 заявка әҙерләнә.

Фото №1 - Радий Хәбиров республика ҡалаларында уңайлы мөхит булдырыу барышы менән танышты

Тәртипкә килтереләсәк проекттарҙы һайлағанда халыҡ фекере өйрәнелә. Радий Хәбиров һәр заявканы ентекләп әҙерләргә ҡушты. Былтыр Башҡортостандан конкурста Бөрө, Бәләбәй һәм Ишембай еңеү яуланы, быйыл Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары һәм Никола-Березовка ауылы грант отто. Республика Башлығының Йәмәғәт биләмәләрен үҫтереү буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова һөйләй.

Радий Хәбиров республика ҡалаларында уңайлы мөхит булдырыу барышы менән танышты
Фото №2 - Радий Хәбиров республика ҡалаларында уңайлы мөхит булдырыу барышы менән танышты

Биләмәләрҙе тәртипкә килтереү йыл аҙағына тамамланырға тейеш.

#хабиров #конкурс

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ