Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошондай закон проекты әҙерләнә. Бөгөнгә республикала ярты миллиондан ашыу ғаиләнең баҡсаһы бар. Ҡала янында урынлашҡан бөтә биләмәләргә лә юлдар һалынмаған, электр үтмәгән, һыу мәсьәләһе лә киҫкен ҡала.
Башҡортостан Баҡсасылар берлеге идараһы ағзаһы Рәзил Бикбулатов әйтеүенсә, закон проекты ошо һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Баҡсасылыҡҡа бәйле закон проекты ҡабул ителгән хәлдә, башҡа норматив акттарҙы тәртипкә килтереү мөмкинлеге була. Баҡса ширҡәттәрендә юл һалыу, электр уты һәм һыу үткәреү, контейнер майҙансыҡтары урынлаштырыуҙа компенсация түләнә.
#госсобраниерб #садоводство





