Социаль селтәргә һалынған видеояҙманан күренеүенсә, ул приют тәрбиәләнеүсеһенә икенсе балаға һуғырға ҡуша, әшәке һүҙҙәр ҡуллана. Кескәйҙәр менән үҙенең ошондай «тәрбиә» алымдарын ул Инстаграмдағы битенә һалып барған. Асыҡланыуынса, педагог белеме булмаған ҡыҙ приютта ғинуар айынан бирле эшләгән. Балалар менән эшләү һәм бигерәк тә видео төшөрөү уның биләгән вазифаһына инмәгән.
Приютта 3 йәштән 16 йәшкәсә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған сабыйҙар һәм үҫмерҙәр тәрбиәләнә. Был хәлдән һуң уларға психологтар ярҙамы күрһәтеләсәк. Учреждениела хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү башлаған. Ҡыҙ эштән ситләтелгән. Уның ҡылығы Енәйәт кодексы буйынса тикшереләсәк. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, приютҡа урынлашҡанға тиклем ул ирҙәр клубында бейеүсе булып эшләгән.
Рәмилә Исмәғилева.




