Эфирҙа ул республикала изоляция тәртибе йомшартылыуы тураһында һөйләне. Республика Башлығы билдәләүенсә, ҡурсаланыу ваҡыты һаулыҡ һаҡлау тармағын коронавирус менән көрәшкә әҙерлергә мөмкинлек бирҙе. Дауаханаларҙа сирлеләр өсөн етерлек урындар булдырылған, ике аҙнанан яңы инфекцион дауахана файҙаланыуға тапшырыла.
Республикала халыҡ араһында коронавирусты тикшереү эше лә яйға һалынған һәм медицинала яңы алымдар ҡулланыла, тип белдерҙе Радий Хәбиров.
#хабиров #изоляция





